Юлдар тәртипкә килтерелә

Тулыраҡ: Юлдар тәртипкә килтерелә

Үҙизаляция режимына ҡарамаҫтан, ҡала хеҙмәттәре эше дауам итә. Башҡала юлдарында машиналар һаны кәмене, тимәк, тап ошо осор юлдарҙы төҙөкләндереүгә ҡулайлы. Ҡайһы урамдар тәртипкә килтерелгән, ә ҡайһыларын әле төҙөкләндереү көтә, был хаҡта киләһе видеояҙмала. Көнө-төнө ал да, ял да белмәй эшләйҙәр, тик һауа торошо ғына яҡшы булһын. Ауыр физик эш, әммә өйҙә ултыра торған ваҡыт түгел, ти юлсылар. Ибраһим бульвары соҡор-саҡырҙары менән күптәргә билдәле. Бында ремонт күптән талап ителгән һәм был урам “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары “ милли проектына ингән.

Әммә әлегә капиталь төҙөкләндереү башҡарып булмай, шуға күрә соҡорҙар ямала. Юл ҡатламын алмаштырыу өсөн быйыл подрядсы ойошма менән контракт төҙөләсәк, ә тулыһынса эш 2021 йылға тамамланыр, тип көтөлә. Капиталь ремонт әле Новоженова урамында башҡарыла. Өфө шоссеһынан Жукова урамына тиклем юл яңыртыла. Яңы асфальт һалыу йәй уртаһында тамамланасаҡ. Новоженова, Ветошникова урамдары “Еңеү урамдары” проектына ингән. Был проект “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты сиктәрендә башҡарыла.

Юл-ремонтлау эштәре әле 7 объектта башҡарыла. Комсомол, Мостай Кәрим, 8 март урамдарында төҙөкләндереү, Баландин бульвары, Валерий Лесунов урамында яңынан юл төҙөлә.