“Зөләйхә күҙҙәрен аса” – Рәсәй телеканалында барған премьера тамашасыла төрлө фекерҙәр уятты. Геройҙарҙың бер-береһенә мөнәсәбәттәре нисек үҙгәрә һәм яҙмыш улар алдында тағы ла ниндәй һынауҙар ҡуя? Беҙҙең киләһе сюжетыбыҙ ошо хаҡта
Себергә оҙатылған золом ҡорбандары тарихы бөтә илде тулҡынландыра. Гүзәл Яхина романы буйынса экранға сығарылған күп сериялы фильм күңелдәрҙе тетрәндерә, уйландыра. Ваҡиғалар 1930 йылда Юлбаш тигән ауылда башланып китә һәм Себерҙә дауам итә. Әҫәрҙә Зөләйханың һәм ул осорҙағы сәйәси золом ҡорбандарының һөргәндәге кисерештәре һәм иҫән ҡалыу өсөн көндәлек көрәше һурәтләнә. Крәҫтиәндәр һәм Ленинград зыялылары, мусолмандар һәм христиандар. Рус, татар, немец, сыуаш... Уларҙың барыһы ла тормош һәм бәхет өсөн көрәшә. Сериалдың рейтингтары юғары, уға ҡарата фекерҙәр ҙә төрлө. Сағыу образдар. Һәр актерҙың роле хис-тойғоларға бай. Фильм режиссер Егор Анашкин тарафынан төшөрөлгән. Төп ролде Сулпан Хаматова башҡара.
“Зөләйха күҙҙәрен аса” китабы буйынса спектакль тәүге тапҡыр Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры тарафынан сәхнәгә ҡуйылды. Ул Рәсәйҙең “Алтын битлек” театраль премияһы баһалама комиссияһының махсус призына лайыҡ булды. Тәүге тапҡыр сериалда ил яҙмышы халыҡ күҙлегенән сығып тасуирлана. Шуға ла фильм бер кемде лә вайымһыҙ ҡалдырмай.