Тәлғәт Тажетдин мөрәжәғәте

Тулыраҡ: Тәлғәт Тажетдин мөрәжәғәте

Рамаҙан-шәриф уңайынан Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдин Башҡортостан һәм ил мосолмандарына мөрәжәғәт итте. Баш мөфтөй әйтеүенсә, был көндәрҙә ҡылынған доғаларҙа Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һәләк булған һалдаттарҙы иҫкә алыу сауаплы эш.

Быйылғы Рамаҙан айырыуса ҙур сабырлыҡ талап итә. Барыһын да борсоған коронавирус арҡаһында Рәсәйҙә, Башҡортостанда мәсеттәр ваҡытлыса ябылды. Диндарҙар өсөн был үҙе бер һынау. Баш мөфтөй Тәлғәт Тажетдин әйтеүенсә, бер-береңдең хәлен интернет селтәре аша, телефондар аша белергә лә мөмкин.