Башҡортостан мәҙәниәте ҙур юғалтыу кисерҙе. 81-се йәшендә билдәле шағир Риф Мифтахов вафат булды. Риф Мифтахов Ишембай районының Кинйәбулат ауылында донъяға килә. Ул оҙаҡ йылдар республиканың матбуғат сараларында эшләй, әҙәби тәржемә менән шөғөлләнә. Тап ул Александр Блок, Евгений Евтушенко шиғырҙарын башҡорт теленә тәржемә итә. Риф Мифтахов Башҡортостан һәм Рәсәй Яҙыусылар берлеге ағзаһы, “Салауат Юлаев” ордены кавалеры ине.
Риф Мифтахов вафат булды
Тулыраҡ: Риф Мифтахов вафат булды