Ҡара һыйыр бәләһе буйынса суд хөкөм ҡарарын иғлан итте. Быйыл август айында Ҡырмыҫҡалы районында булған осраҡ киң резонанс тыуҙырҙы. Суд процесы буйынса бер нисә тыңлауҙар үтте, ниһәйәт кисә хөкөм ҡарары иғлан ителде, быға тиклем шартлы рәүештә хөкөм ителгән Әлмир Шәрифуллин йыл ярымға холоҡ төҙәтеү эштәренә йәлеп ителәсәк. Бынан тыш ул 40 мең һум матди зыян һәм адвокатҡа түләнгән 4 мең һумды түләргә тейеш. Коллектор судта үҙенең ғәйепһеҙ булыуын аҡларға тырышты. Альмира Нурмөхөмөтованың адвокаты иһә был ҡарар менән килешмәйенсә, юғары инстанцияла ҡатыраҡ яза биреүҙе һорарға ниәтләй. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Шайморат ауылында инвалид ҡыҙын тәрбиәләүсе Альмира Нурмөхәмәтованың өйөнә коллектор килеп бер бөртөк һыйырын тейәп алып китә. Ҡатындың бөтөнләй бурысы булмаған, малды уның күптән айырым йәшәгән малайының түләнмәгән кредиты өсөн тартып алалар.
Коллектор йыл ярымға холоҡ төҙәтеү эштәренә йәлеп ителәсәк
Тулыраҡ: Коллектор йыл ярымға холоҡ төҙәтеү эштәренә йәлеп ителәсәк