Изге эш ерҙә ятып ҡалмаҫ

Тулыраҡ: Изге эш ерҙә ятып ҡалмаҫ

Өфө эшҡыуарҙары пандемия ваҡытында ауыр хәлгә тарыусыларға ярҙамға килә. Улар көндәлек мөһим аҙыҡ-түлек һатып алып, мохтаждарға тарата. Йәшелсә, ярма, май, макарон, тауыҡ ите-көндәлектә ҡулланыла торған аҙыҡ. Үҙизоляция ваҡытында бигерәк тә оло кешеләр һәм мохтаж ғаиләләргә бындай аҙыҡ-түлек һатып алыу мөмкинлеге юҡ. Уларға ярҙам итеү маҡсаты менән эшҡыуар Константин Канунников был ризыҡтарҙы үҙ аҡсаһына ала. Мохтаждар исемлеге колл-үҙәктә туплана. Һәр бер ғаиләгә бер үк күләмдә аҙыҡ-түлек әҙерләнә.

Константин Канунников үҙе теләгән районды һайлап, бер көн эсендә яҡынса 3-6 фатирға юллана. Эшҡыуар бөтә хәүефһеҙлек сараларын үтәй, ул медицина битлегендә һәм бирсәткәлә килә. Фатир хужаһы менән бер ниндәй ҙә бәйләнеш юҡ, аҙыҡ-түлек менән тулған төргәкте ул ишек алдында ҡалдыра. “Башҡортостан” Дәүләт теле һәм радио компания хеҙмәткәре Ғәзиз Лоҡманов та пандемия ваҡытында ит һатыу кәсебе менән шөғөлләнә. Ул магазин селтәрҙәренең береһендә үҙенең сауҙа нөктәһен асҡан.

Сифатлы ит республиканың төрлө шәхси хужалыҡтарынан килтерелә. Билдәле булыуынса, әле күптәр магазинға сыға алмай. Шуға ла эшҡыуар ит һатып алыусылар өсөн бушлай ташыу ойошторған. Ошо уҡ иттән ярым фабрикаттар-билмән, эремсек билмәне, кәбеҫтәгә төрөлгән ит, кәтлит һәм милли ашамлыҡтар етештерәләр. Эшҡыуар Миңзәлә Ғибәтова һүҙҙәренсә, халыҡ бигерәк тә ит ризыҡтарына өҫтөнлөк бирә. Иттән тыш, шул уҡ магазинда башҡа аҙыҡ-түлек тә йыйып бирәбеҙ, ти эшҡыуар Ғәзиз Лоҡманов.

Ит һәм иттән эшләнгән ризыҡтарҙы эшҡыуар Өфө халҡының фатирына тиклем алып бара. Ул ризыҡ өсөн генә аҡса түләй. Аҙыҡ-түлекте бушлай өйгә килтереү бигерәк тә үҙаллы изоляция ваҡытында тышҡа бөтөнләй сыға алмаусылар өсөн уңайлы.