Күп кенә райондарҙа йылғалар ярҙарынан сыҡҡан. Кешеләр кәмәләр әҙерләй, ә ҡотҡарыусылар халыҡ менән аңлатыу эштәре алып бара. Күпләп яуған ямғырҙарҙан һуң Белорет районының бөтә йылғаларында ла һыу кимәле күтәрелде. Был видеола Ғәбдөк ауылы. Урындағы халыҡ әйтеүенсә, берҙән-бер автомобиль юлы хәҙер йылғаға әйләнгән. Архангель районында ла ошондай уҡ хәл. Тәүәкәс ауылы эргәһендәге йылға ярҙарынан сыҡҡан, һыу баҫыу ҡурҡынысы янай. Өфөнөң Затон биҫтәһендә йәшәүселәр ҙә ҡыштан алып яҙғы ташҡынға әҙерләнгән.
Елена Мостаева йортонан бер-нисә метр алыҫлыҡта ғына кәмә бәйләп ҡуйған. Юлдарҙы һыу баҫа ҡалһа, кәмә – берҙән-бер транспорт сараһы булып ҡаласаҡ. Әле Өфө янында Ағиҙелдәге һыу кимәле 5 метр тирәһе, әммә ниндәй һауа торошо булыуына ҡарап, 8 метрға тиклем дә етеүе ихтимал. Йылға көн һайын 20-30 сантиметрға күтәрелә. Затон биҫтәһендәге ун урамға һыу баҫыу ҡурҡынысы янай. Шуға ҡотҡарыусылар халыҡ менән аңлатыу эштәре алып бара. Һуңғы тапҡыр көслө ташҡын бында 2007 йылда булған. Өлкән йәштәгеләр әйтеүенсә, ул саҡта күп кенә участкаларҙы һыу баҫҡан. Ғөмүмән, быйыл Башҡортостанда 250 тораҡ пункт һыу аҫтында ҡалыуы ихтимал. Ҡотҡарыусылар тѳркѳмѳ тѳҙѳлгән,
12 мең хеҙмәткәр, шулай уҡ 3 меңдән ашыу техника әҙерләнгән. Яҙғы ташҡындың көсөн кәметеү өсөн республиканың гидростанциялары махсус режимда эшләй. Мәҫәлән, ошо ваҡытта Павловка һыу һаҡлағысы аша 5-6 кубокилометр ҡар һыуҙары үтә. Яҙғы ташҡындың иң көслө мәле апрель аҙағына тура киләсәк.