«Ҡаланы йәшелләндереү хужалығы» предприятиеһы Өфө урмандарын ҡороған ағастарҙан таҙарта. Муниципиалитет зоналарын тиҙ арала тәртипкә килтереү тураһында республика башлығы Радий Хәбиров белдергәйне.
“Горзеленхоз” предприятиеһы хеҙмәткәрҙәре өсөн ҡулдарҙың һәр ваҡыт бирсәткәлә булыуы ғәҙәти күренеш. Өҫтәүенә хәүефһеҙлек сараларын үтәп улар хәҙер медицина битлектәрендә эшләргә бурыслы. Урманда ла эшселәр ағас ҡырҡыу барышын санитар-эпидимиологик талаптар буйынса башҡара.
Баш ҡаланы тәртипкә килтереү һәм йәшелләндереү эштәре әле Глумилин биҫтәһенең Бесәй урманында ҡайнай. Эшселәр иң тәүҙә ҡороған ағастарҙы ҡырҡа. Улар ял итеүселәр өсөн хәүеф тыуҙыра. Ҡороған ағастарҙы ҡырҡып сыҡҡас, эшселәр уны ауыр йөк транспорты менән ташый. Серегән ағастар сүплеккә, ә файҙаланыуға яраҡлы булғандары “Горзеленхоз” предприятиеһына оҙатыла. Бесәй урманында ғына 250 ҡороған һәм ауырыу ағастарҙы ҡырҡыу планда.
Санитар эш ҡаланың бөтә урмандарында башҡарыласаҡ. Быйыл баш ҡалала 3 мең ярым төп ҡороған ағасты ҡырҡыу ҡаралған.