Башҡортостан сит илдәрҙә ҡалған граждандарын ҡайтара

Тулыраҡ: Башҡортостан сит илдәрҙә ҡалған граждандарын ҡайтара

Халыҡ-ара рейстар туҡтатылыу сәбәпле, күп кенә ватандаштарыбыҙ ял иткән ерҙәрендә ҡалғайны. Өфө аэропортына, мәҫәлән, Һиндостандың Гоа штатынан махсус рейс килде. Был борттағы 162 пассажирҙың 37-һе тап беҙҙең республиканан. Улар әле Өфө янындағы обсерваторҙа. Самолетта шулай уҡ Татарстан, Удмуртстан, Сыуашстандан, Пермь крайынан сәйәхәтселәр бар ине. Өфөгә Дубайҙан да бер лайнер килде. Ғәрәп Әмирлектәренән ҡайтҡан борттағы 117 кешенең 17-һе Башҡортостанда йәшәүселәр.