Махсус акцияны Рәсәй Президентының Волга буйы Федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле иғлан иткәйне. Марафон барышында легендар “Еңеү көнө” йыры округҡа ингән субьекттарҙың дәүләт телдәрендә яңғыраясаҡ. 25 апрель башланған сарала беренсе булып Мордовия сығыш яһаны. Тиҙҙән уға Башҡортостан да ҡушыласаҡ. “Еңеү көнө” йырының башҡорт телендәге варианты авторы йәмәғәт эшмәкәре Гүзәл Ситдыҡова.