Быйылғы йәйҙең Рәсәйҙә һуңғы биш йылдағы иң эҫеһе булырға мөмкин

Тулыраҡ: Быйылғы йәйҙең Рәсәйҙә һуңғы биш йылдағы иң эҫеһе булырға мөмкин

Был турала синоптиктар хәбәр итә. Ил гидрометүҙәге етәксеһе Роман Вильфанд һүҙҙәренә ҡарағанда, климотологтар ошондай фекергә килгән. 2020-се йылдың йәйендә һауа температураһы ныҡ юғары торасаҡ. Был үҙгәрештәр атмосферала газдың парник хәленә килеүенә бәйле. Йәйге селәлләр глобаль йылыныуҙың бер билдәһе. Шулай ҙа метеорологтар ошондай юғары температура ерҙән 2 метр бейеклектә генә буласаҡ, тип иҫкәртеү яһай.