Арыҫлан менән юлбарыҫ көсөктәре Бәләбәйҙәге күсмә зоопаркта донъяға яңы килгән. Тик пандемия арҡаһында хайуандарҙың хәле мөшкөл. Уларҙы ашатыу өсөн ризыҡ етмәй. Шулай ҙа, йәнлектәргә кешеләр ярҙам итә. Был лигр көсөгөнөң ырылдауы әлегә бесәй балаһының мыяулағанын ғына хәтерләтә. Принцесса ҡушаматлы лигр тиҙҙән ҙур хайуанға әйләнеп, әле эскән кәзә һөтөн иткә алыштырасаҡ. Әйткәндәй, Бәләбәйҙә тыуған өс лигр балаһының икәүһен Һамарға ебәргәндәр. Ул көсөктәр әле ныҡлап аяҡҡа баҫа алмаған. Принцесса ҡушаматлы лигр өсөн бөтәһе лә ҡыҙыҡлы.
Уның ҡалған туғандарын Башҡортостанға карантин тамамланғас ҡына ҡайтарасаҡтар. Әлегә кескәй яныуарға кешеләр менән уйнарға тура килә. Йылы террариумда ҡоштар, кимереүселәр һәм төрлө һөйрәлеүселәр көн итә. Вольерҙарҙа иһә тиҫтәләгән хайуан урын тапҡан. Ә лигрҙар иһә бесәйҙәр төркөмөнә ҡараған иң ҙур йәнлектәр буласаҡ. Әйткәндәй, ауырылығы ярты тоннаға еткән ҙур хайуандарҙың кәүҙәһенең оҙонлоғо дүрт метрға яҡынлаша. Әлегә иң ҡыйыны — хайуандарҙы ашатыу. Быға тиклем арыҫлан менән юлбарыҫҡа көнөнә 30 килограмм ит бирһәләр, пандемия башланғас был ризыҡты бөтә хайуандарға бүлергә тура килгән. Йәнлектәрҙе ашатыу өсөн зоопарк үҙенең бер вагоныны тимергә тапшырған. Йәнлектәргә ярҙамға битараф булмаған кешеләр ҙә килә. Ризыҡ мул булмаһа ла, хайуандар ас түгел.
Зоопарк етәксеһе һүҙҙәренә ҡарағанда, әле тамашасылар ҙа юҡ. Карантин арҡаһында, йәнлектәрҙе тамашасыларға күрһәтә алмайҙар. Тимәк, аҡса ла эшләп булмай. Әлегә иһә зоопарк хеҙмәткәрҙәренә кешеләр миһырбанлығы һәм уңышҡа ғына ышарынға ҡала.