Экологик өмәләр барышында һәр ҡала һәм районда ағастар ултыртыла. Был юлы өмәләрҙә ябай халаыҡ ҡатнашманы. Стәрлетамаҡта, мәҫәлән, йәш ағастарҙы урындағы торлаҡ-комумналь хужалығы хеҙмәткәрҙәре ултыртҡан. Үҫентеләр ҡаланың үҙәк урамы – Ленин проспектын биҙәйәсәк. Күмертауҙа иһә 120 ҡарағай менән 40 төп йүкә ултыртҡандар. Хәйбулла районындағы барлыҡ ауылдарҙа ла ағастар ултыртылды. Майға тиклем Башҡортостанда 85 мең ағас һәм 48 мең ҡыуаҡ ултыртасаҡтар.