Ике йыл элек төбәктең иң айыҡ ауылы исемен алған Үткәй халҡы нисек йәшәп ята? Ни өсөн “Айыҡ ауыл” проекты туҡталған? Республикала, айырыуса башҡорт ауылдарында эскелек көсәйә. Ошо сәбәпле ғаиләләр тарҡала, аяныслы хәлдәр арта. Балалар етем ҡала. Хәҙер ауылдарҙа һөйрәлеп эсеп йөрөүселәр ғәҙәти күренешкә әйләнә бара. Һәр ваҡыт туғандарына, күршеләренә әҙәпле булған милләттәштәребеҙ эскелек һаҙлығына батып кешелек сифаттарын юғалта. Иглин районы районы Үктәй ауылы. Республикала үткәрелгән айыҡ ауыл конкурсында еңеүсе ауылдарҙың береһе. Иртә менән урындағы кибеткә халыҡ ағыла. Иртә менән баш төҙәтергә килгән ир камераны күреп, магазиндан тиҙерәк сығып китеү яғын ҡараны. Ауылда эскән кешеләр күп түгел. Шуға ла кәштәләрҙә алкоголле продукция оҙаҡ ултыра, ти һатыусы. «Айыҡ ауыл» конкурсының изге башланғысының, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бында бәҫен төшөрәләр. Магазин һатыусыһы ауыл кешеләре спиртлы эсемлектәр һатып алмай, тип дәлилләй. Әммә магазиндан бер-нисә метр алыҫлыҡта ғына ятҡан буш һыра шешәләре киреһен иҫбатлай. Эскән кешеләр һәр ауылда бар. Тик уларҙан айырмалы Үктәйҙә айыҡ тормошто пропагандалауға күп йылдар эҙмә-эҙлекле эш алып барыла. Үктәй Айыҡ ауыл конкурсы еңеүсеһе тигән исемде аҡларға тырыша. Ҡатнашырҙар ине лә бит, әммә конкурс билдәле сәбәптәр буйынса туҡталып ҡалған.Бүләкләү яҡшы. Мәҫәлән, Үктәйҙәр еңгән аҡсаға мәҙәниәт йорттары, мәктәптәргә, кәрәкле техника һатып алған. Әммә матди дәртләндереүҙән тыш, ауыл халҡын айыҡ йәшәү тормошона сәмләндереү мөһим. Сөнки конкурстың төп маҡсаты эскеселәр менән көрәшеү түгел, ә сәләмәт быуын үҫтереү.Илһам Имаев ауылда айыҡ донъя көтә. Тап ул Үктәй ауылы башлығы вазифаһын башҡарғанда бөтә биләмәне сәләмәт тормошҡа өндәй. Үҙе өлгө күрһәтеп, бөтөнләйгә хәмерҙән баш тарта. Уға эйәреүеселәр ҙә бихисап. Ауыл халҡының фекеренә ҡолаҡ һалһаң, заман афәтенә әүерелгән эскелектән ҡотолоуҙа был программаның әһәмиәте ҙур.Ысынлап та, ауылдың киләсәген йәштәр билдәләй. Улар сәләмәт йәшәү рәүеше алып барғанда төбәктең киләсәге лә өмөтлө.
Башҡортостанда эскелек етди мәсьәләгә әйләнә бара
Тулыраҡ: Башҡортостанда эскелек етди мәсьәләгә әйләнә бара