Был турала Владимир Путин төбәк башлыҡтары менән ойошторолған видеокәңәшмә алдынан билдәләне. Рәсәй Президенты мөрәжәғәтендә эпедимия таралыуының туҡтауын, шул уҡ ваҡытта хәлдең киҫкен булып ҡалыуы һыҙыҡ өҫтөнә алды. Ауырыуҙың иң юғары нөктәһе үтелмәгән.
Сир менән көрәштә иң көсөргәнешле этаптарҙың береһе яҡынлаша. Шуға һәр кемдән дисциплина талап ителә. Роспотребнадзор Хөкүмәт менән берлектә 12 майҙан тулы изоляция режимы талаптарын этаптарға бүлеп үҙизоляциянан сығыу буйынса план әҙерләргә тейеш.
Рәсәйҙә кәм тигәндә 90 мең кеше коронавирус йоҡторған, 800-ҙән ашыуы үлгән. Башҡортостанда сирлеләр һаны 631-гә еткән. 1100-ҙән ашыу кеше һауыҡҡан. Владимир Путин табиптарға рәхмәтен белдерҙе һәм ашығыс медицина ярҙамы хеҙмәткәрҙәре көнө рәсми рәүештә билдәләнәсәк, тине.