Бөжәктәр май, июндә бик әүҙем, ти белгестәр. Үҙизоляция булыуға ҡарамаҫтан, талпан ҡаҙалып мөрәжәғәт итеүселәр байтаҡ. Люция Авдасева баҡса миҙгелен генә түгел, бәшмәк йыйыу миҙгелен дә аса. Әммә урманға тәүге тапҡыр сығыу күңелһеҙ тамамлана. Ҡатынға талпан ҡаҙала.
Талпанды ни тиклем тиҙерәк алһаң, шул тиклем организмға ағыуы аҙыраҡ эләгә. Табиптарға мөрәжәғәт итеү иһә күп кенә бәләләрҙән ҡотҡарасаҡ, ти белгестәр.Лабораторияла талпанды тәүҙә спиртлы шыйыҡсаға, һуңынан эшкәртеп, ваҡлап шыйыҡ азотҡа һалалар.
Һөҙөмтә көн дауамында әҙер була. Ҡала парктары һәм скверҙар ябыҡ булыуға ҡарамаҫтан, барыһы ла эшкәртелгән. Ә бына баҡсала, үҙ участкаларында бөжәктән зарар күреүселәр етәрлек.Махсус шыйыҡса менән йорт хайуандарын да эшкәртергә кәрәк.
Ә кеше өсөн иң ышаныслыһы – ноябрь-март айҙарында прививка яһатып ҡалыу, ти табиптар.Талпандарҙың кешегә иң күп һөжүм иткән осоро май-июнь айҙарына тура килә. Ябай ғына һаҡланыу сараларын күреп, үҙеңде ҙур бәләнән — талпан энцефалиты тигән ауыр сирҙән һаҡлап ҡалырға мөмкин, тип иҫкәртә белгестәр.