“Еңеү көнө” йыры беренсе тапҡыр башҡорт телендә яңғыраны

Тулыраҡ: “Еңеү көнө” йыры беренсе тапҡыр башҡорт телендә яңғыраны

Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиллеге аппараты башланғысы менән ойошторолған марафонда Башҡортостан да ҡатнашты. Акцияның төп маҡсаты – төрлө төбәктәр халҡын берҙәм халыҡ коллективына берләштереү.

9 май алдынан “Еңеү көнө” йырын Рәсәйҙең 14 төбәге үҙ дәүләт телдәрендә башҡарҙы. Был йыр һәр кемгә яҡшы таныш. Уның тәүге ноталарынан уҡ йөрәк йышыраҡ тибә башлай, күҙгә йәш тығыла. “Еңеү көнө” йыры немец-фашист илбаҫарҙарын тар-мар итеп бойондороҡһоҙлоғон һаҡлап ҡалған халыҡтың гимнына әйләнгән.

Йыр 1975 йылда Бөтә союз конкурсына төбәп яҙылған. Комиссия ағзалары уны бик ябай, тип таба һәм ҡәнәғәтһеҙлеген белдерә. Әммә бер нисә айҙан һуң ул киң билдәлелек яулап, миллионлаған кешенең Еңеү йырына әйләнә. Хәҙер ул башҡорт телендә лә яңғырай.

Композитор Давид Тухмановтың Владимир Харитонов һүҙҙәренә яҙылған билдәле “Еңеү көнө” йырын Волга буйы федераль оругы төбәктәре вәкилдәре башҡорт, татар, мари, мордва, сыуаш, удмурт телдәрендә башҡара. “Еңеү көнө” йырын Мордовия Республикаһында рус теленән тыш, эрзя һәм муҡша телдәрендә лә башҡарыла.

Артабан эстафетаны Марий Эл һәм Удмуртия ҡабул итә. Йырҙы йырлауҙан тыш, һәр видеороликта төбәктең Еңеүгә индергән өлөшө лә күрһәтелә. Ижади төркөмдәрҙең сығышы үҙизоляцияға тиклем февраль-март айҙарында уҡ яҙылған. Башҡортостанда видоролик март урталарында төшөрөлгән.

Ул ваҡытта әле 50-гә яҡын кеше төркөмдәргә йыйыла ала ине. Кадрҙа 45 йырсы һәм видеоға төшөрөүсе ижади төркөм. “Еңеү көнө” йырын яҙыусы, йәмәғәт эшмәкәре Гүзәл Ситдиҡова башҡортсаға тәржемә иткән. Оло яуаплы эш башҡарылды, ти ул.

Еңеү көнө йырын Өфө халыҡ хоры, шулай уҡ республиканың билдәле кешеләре – Башҡортостандың халыҡ артисы, милли симфоник оркестр директоры Артур Нәзиуллин, Башҡортостандың халыҡ артисы, Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Рушана Бабич, алып барыусы Фаягөл Дәүләтйәрова һәм мультиинструменталист Заһир Зәйнетдин башҡара.

2020 йыл икеләтә юбилей йылы – Еңеүгә 75 йыл һәм тап 45 йыл элек баритон Леонид Сметанников бөтә илгә “Еңеү көнө” йырын йырлаған. Республика һәм төбәктәрҙең билдәле йырсылары һәм хорҙары башҡарыуында йыр төбәк телеканалдарында 8 майға тиклем күрһәтеләсәк һәм 9 майҙа йыр марафонында ҡатнашыусыларҙың бар ижади коллективтары башҡарыуында яңғыраясаҡ.

Төрлө милләт халҡының үҙ телендә йырлаған йырын Башҡортостан 24 телеканалында көн һайын ҡарай алаһығыҙ.