Шуларҙан 75 йортта - ике, ә туғыҙында өс төрлө эш, бөтәһе төҙөлөш-монтаж эштәренең 922 төрө башҡарыла. Ҡыйыҡты төҙөкләндереү элеккесә капиталь ремонт буйынса иң кәрәкле эш төрө булып ҡала. Муниципалитеттар, күп фатирлы йорттарҙы капиталь ремонтлау республика программаһы сиктәрендә ҡыҫҡа ваҡытлы саралар планына үҙ тәҡдимдәрен индереп, тәү сиратта, һыу үткәргән ҡыйыҡтар мәсъәләһен хәл итергә тырыша.
Ҡатмарлы эпидемиологик хәлгә бәйле, эштәр туҡтатылды. Хәҙер подряд ойошмалар кисектергеһеҙ эштәр генә башҡара, бөтәһе 120 объект асыҡ, башлыса, ҡыйыҡтар ремонтлана. 13 йортта эштәр тамамланған. Ҡаниуниәткә ярашлы, капиталь ремонтҡа аҡса күп фатирлы йорт хужаларынан йыйыла. Бынан тыш, эштәрҙе башҡарыу өсөн берлектә финанслау республика һәм муниципалитеттарынан бүленеүе мөмкин.