Ағиҙел яры буйында төҙөкләндереү эштәре тамамланыуға бара, төҙөүселәр Дуҫлыҡ монументы эргәһендә ер аҫты үткәүелен һала башланы. Һәйкәл менән йылға яры араһында йәйәүлеләр өсөн ер аҫты үткәүеле төҙөү 139 миллион һумға баһаланған.
Дуҫлыҡ монументы эргәһендә соҡоро ҡаҙылған да. Тап ошо урында һәйкәл менән яр буйын тоташтырыусы ер аҫты үткәүеле башлана. Эш барышында әле Сочи урамы өлөшләтә ябылған.
Ер аҫты үткәүеленең икенсе яғында тоннелдән сығыу урыны әҙер. Уны Ағиҙел ярының берҙәм архитектураһы булһын өсөн үткән йылда уҡ эшләгәйнеләр. Әммә әлегә үткәүел үҙе әҙер түгел, эштең 30 проценты ғына башҡарылған.
Ағиҙел йылғаһы яры менән Дуҫлыҡ һәйкәлен тоташтырыусы ер аҫты үткәүеленең оҙондоҙо 110 метр. 3 ерҙән сығыу урыны ҡаралған. Был урында йәйәүлеләр ҡатнашлығында юл-транспорт фажиғәләре лә аҙайыр, тип көтөлә.