Был көн бөйөк француз бейеүсеһе Жан Жорж Новерҙың тыуған көнө хөрмәтенә 1982 йылдан, Юнеско тарафынан иғлан ителгән.Кешелек донъяһы үҫешеү менән бергә бейеүҙәр ҙә үҙгәрә, камиллаша барған. Бейеү тарихына күҙ һалһаҡ, боронғо замандарҙа бейеүҙәрҙә иң тәүҙә ҡырағай күренештәр һынланыш тапҡан.
Әйтәйек, кешеләр үҙҙәренең эске кисерештәрен, хайуандарҙың хәрәкәттәрен, ҡылыҡ-фиғелдәрен ым-ишаралар ярҙамында сағылдырған. Унан тәбиғәт күренештәренә оҡшатырға тырышыу, һунарсылыҡ, аусылыҡ, артабан һуғышсанлыҡ, һуңғараҡ әйлән-бәйлән уйнау, көнкүреш бейеүҙәре, хеҙмәт бейеүҙәре барлыҡҡа килгән.