Өфөнөң «Мираҫ» йыр һәм бейеү ансамбле Халыҡ-ара бейеү көнөнә бағышланған «Карнавал туры» донъяның традицион бейеүҙәре онлайн-фестивалендә ҡатнаша. 29 апрелдән башлап аҙна буйына тамашасыларҙың социаль селтәрҙәр аша төрлө илдәрҙең мәҙәниәттәре менән танышыу мөмкинлеге бар. Программала Малайзия, Мексика, Франция, Көнъяҡ Африка, Испания, Көнъяҡ Корея, Рәсәйҙән Башҡортостан теркәлгән.
Өфөнөң «Мираҫ» ансамбле Донъяның традицион бейеүҙәре онлайн-фестивалендә ҡатнаша
Тулыраҡ: Өфөнөң «Мираҫ» ансамбле Донъяның традицион бейеүҙәре онлайн-фестивалендә ҡатнаша