Бөгөн төнөн Стәрлетамаҡ урамдарында айыу күргәндәр

Тулыраҡ: Бөгөн төнөн Стәрлетамаҡ урамдарында айыу күргәндәр

Тайыш табандың ҡала урамдарындағы мажараларын шаһиттар видеоға төшөрөп алған. Хайуан тәүҙә Хоҙайбирҙин, һуңынан Тыныслыҡ урамынан югереп үтә. Күрәһең, айыу ҡурҡышынан күп ҡатлы йорттар араһында ҡайҙа йәшенергә белмәгәндер. Һәм бына әле генә хәбәр ителеүенсә, айыу тотолған һәм иреккә ебәрелгән.