Өфө эшҡыуарҙары Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына ярҙам итеү өсөн берләшергә ҡарар иткән. Улар өлкән йәштәгеләрҙе аҙыҡ-түлек менән тәъмин итә. Өфө ойошмаларының береһе табиптар өсөн махсус комбинезон да тегә башлаған. Антон Буфетов өсөн әле уңышлы осор түгел.
Пандемия сәбәпле килем һиҙелерлек аҙайған. Шуға ла эшҡыуар буш ваҡытында мохтаждарға ярҙам итергә булған. Ул иптәштәре менән үҙ аҡсаларына өлкән йәштәгеләргә аҙыҡ-түлек һатып ала һәм адрес буйынса таратып сыға. Ирекмәндәр Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға һәм концлагерь тотҡондарына ярҙам итә. Адрестарын Өфө районы хакимиәтенән алалар. Эшҡыуарҙар алдан хәбәр итмәйенсә килә. Алла Куприянова өсөн дә уларҙың килеүе көтөлмәгән хәл булды.
Эшҡыуарҙар менән бергә республиканың сауҙа-сәнәғәт палатаһы табиптарҙы махсус костюм менән тәьмин итеүҙә булышлыҡ итә. Цехта битлектәр, комбинезондар тегәләр. Әҙер әйберҙәр һаулыҡ һаҡлау министрлығына тапшырыла. Күптән түгел комбинезондың яңы моделе уйлап сығарылған.
Елләтеү системаһы ҡуйылған комбинезон сертификация үткән, әлегә Рәсәйҙә уның тиңе юҡ. Тиҙҙән уны күпләп етештереү күҙ уңында тотола.