Башҡортостанда банк карталары менән мутлашыуҙар арта

Тулыраҡ: Башҡортостанда банк карталары менән мутлашыуҙар арта

Бер нисә көн дауамында итәғәтле йәш кешенән шылтыратыуҙар килеп торҙо, тип һөйләй Тамара Николаевна.

Ир пенсионерға уның йыйылған аҡсаларын урларға ниәтләйҙәр һәм шуның өсөн уларҙы тиҙ арала икенсе иҫәпкә күсерергә кәрәк, тип белдергән.

79 йәшлек ҡатын хәҙер ни өсөн банк картаһының номеры һәм пин-кодын әйтергә ризалашҡанын аныҡ ҡына аңлап та бөтмәй. Бынан ары шылтыратыуҙар туҡтай һәм иҫәптән 1 миллионға яҡын аҡса юғала. Мутлашыусылар башҡа бәйләнешкә сыҡмай. Шул ваҡытта ғына пенсионер аҡсанан елдәр иҫкәнен аңлап ҡала.

Ошондай алдашыу схемаһы билдәле булыуға ҡарамаҫтан, халыҡ мутлашыусылар тоҙағына йыш эләгә. Банк хеҙмәткәрҙәре шәхси мәғлүмәттәрҙе бер кемгә лә тапшырырға ла, әйтергә лә ярамай, тип иҫкәртеп тора.

Банк клиентына 5 ҡағиҙәне үтәү мотлаҡ. Пин-код сер итеп һаҡланырға тейеш. Уны башҡа кеше күреп ҡалмаһын өсөн яттан белеү яҡшыраҡ. Карта менән бәйле операциялар тик хужаһы эргәһендә булғанда ғына башҡарырға мөмкин. Банкомат менән өҫтәмә ҡорамалдарһыҙ ҡулланырға Һәм бөтә һорауҙар буйынса банк хеҙмәткәрҙәренә рәсми номерға шылтыратырға кәрәк.

Ә Тамара Голикованы алдаусыға ҡарата “Мутлашыу” статьяһы буйынса енәйәт эше асылған. Енйәйәтсе 2 йылға иркенән мәхрүм ителеүе ихтимал.