Сөнки төбәктең аҙыҡ-түлек именлеген тәьмин итеү улар иңендә. Өфө районында ла аграрийҙар быны яҡшы аңлай. Хужалыҡта ике аҙна эсендә ике мең гектарҙа бойҙай һәм арпа сәсеү бурысы ҡуйылған. Заманса техника барҙа бындай мәсьәләне еңел хәл итергә мөмкин, ти эшселәр. Виктор Пилипенко әйтеүенсә, яңы машиналар ярҙамында хатта сәсеү нормаһын теүәл башҡарырға мөмкин.
Агрономдар Башҡортостан климатына яраҡлашҡан „ПРЕРИЯ„ сортлы арпаға өҫтөнлөк бирә. Ул төрлө ауырыуҙарға һәм ҡоролоҡҡа ла бик бирешеп бармай, ти улар.
Быйыл республикала сәсеү эштәре былтырғыға ҡарағанда ике аҙнаға алдараҡ башланды. Баҫыу эштәренә республиканың бар райондары ла төштө. Әлеге ваҡытта 20 мең гектарҙа сәсеү эштәре башҡарылған.