Республикабыҙҙа янғын осраҡтары кәмемәй

Тулыраҡ: Республикабыҙҙа янғын осраҡтары кәмемәй

Бигерәк тә баҡса биләмәләрендә йәшәүселәр үҙҙәренең йорт-ҡуралары өсөн хәүефләнә. Калинин районының Базилевка ауылы янындағы 33-сө баҡса участогында бәхәстәр күптән бара. Рәйеслекте бүлешеү, ҡултамғалар йыйыу, осраҡлы янғындарҙан халыҡ йөҙәгән. Баҡсала ҡышларға йыйынған йәш ғаиләнең йорт-ҡаралтыһы янып юҡҡа сыҡҡан. Арыҫлановтарҙың йортонан торонбаштар, янып бөтмәгән бүрәнә өйөмө генә ҡалған. Йәш ғаилә был баҡса биләмәһен йорто менән бер йыл элек һатып алған. Бөтә документтарын теүәлләп, йәшәгән урындарын рәсми күрһәтеп ошонда төпләнгән. Әммә ҡыш башланып та өлгөрмәй йорттары янып юҡҡа сыҡҡан. Тәфтиш органдары ут төртөү осрағын да тикшерә. Был баҡса ширҡәтендә 170 баҡса биләмәһе. Үткән йыл 30 ғаилә ҡыш сыҡһа быйыл уларҙың һаны 50-гә етергә тейеш ти 33-сө баҡсасылар ширҡәте рәйесе Асия Ноғоманова. Йәй аҙағанда үның да мунсаһы янып киткән. Хужа был хәлде үҙен ҡурҡытырға теләү тип ҡабул иткән. Полиция хеҙмәткәрҙәре был осраҡты ут төртөү тип теркәгән, әммә әле ғәйеплеләр табылмаған. Һуңғы арала баҡсала йәшәүселәр йорт-ҡураларын страховкалау менән әүҙем шөғөлләнә. Сөнки икенсе килеүеңә өйөң урынында торор тигән ышаныс кәмей. Ромашка баҡса биләмәһендә рәйеслеккә дәғүә итеүсе икенсе кеше лә бар. Әммә рәсми рәүештә ул билдәләнмәгән. Ә ике ут араһында ҡалған ғаиләгә кем ярҙам итер. Ҡыш башланыр алдынан йорт-ҡаралтыһыҙ, ҡышҡы кейем-һалымһыҙ, документтарһыҙ ҡалған ғаиләгә полиция, страховкалау органдары ишеген тапарға, яҡлау эҙләргә генә ҡала. Ә тәүтикшереү органдары янғын буйынса асыҡлыҡ индереүҙе 10 көн эсендә башларға вәғәҙә бирә.