Аҡсаһы түләнгән, әммә хеҙмәте башҡарылмай

Тулыраҡ: Аҡсаһы түләнгән, әммә хеҙмәте башҡарылмай

Өфөгә яҡын баҡсаларҙың береһендә йәшәгән халыҡ киҫкен хәлдә ҡала. 60-тан ашыу ғаилә утһыҙ, йылыһыҙ көн күрергә мәжбүр. Электр энергияһынан бурыстары йыйылғандар ҙа, ваҡытында түләп барғандар ҙа мәхрүм. Баҡсаларҙа ҡышҡылыҡҡа йәшәргә ҡалған ғаиләләр етерлек. Уларҙың һәр икенсеһендә, тиерлек бәләкәй бала бар. Электән даими көнкүрешкә иҫәпләнмәгән өйҙәрҙең йылытыу селтәре электр энергияһына ҡоролған. Тимәк, бындағы халыҡ көнкүреш техникаһын файҙаланыу ғына түгел, бүлмәләрен йылыта, аҙыҡ әҙерләй, хатта һыу ҡуллана алмай.Гөлсинә Дәүләтованың ғаиләһе өсөн электр энергияһы юҡлығы тағы ла киҫкенерәк. Йортта биш көнлөк бала бар. Мәсьәләне бензинлы генератор ғына хәл итә. Уның энергияһы өйҙө йылытырға етә лә, кинәнесе үтә ҡиммәткә төшә – бер төнгә 10 литр яғыулыҡ кәрәк. Энергия менән тәьмин итеүселәр электр тапшырыуҙы ҡулланыусыларҙың бурыстары артыуы сәбәпле туҡтатҡан. Баҡсасылар риза — бәғзе берәүҙәр электр энергияһы өсөн йылдар буйы түләмәй. Ут иһә барыһына бер төрлө һүндерелгән.Баҡсалар биләмәһендә йәшәүселәр был хәлгә кеше хоҡуҡтарын тупаҫ боҙоу, тип ҡарай. Энергия һатыусы компания вәкилдәре иһә башҡа фекерҙә. Хаҡты улар һәр йорт хужаһынан айырым түгел, ә баҡсасылар йәмғиәте исеменән ҡабул иткән. Бурыстар уртаҡ булғас, яуаплылыҡ та бер. Кешеләрҙән йыйылған аҡсаның ни өсөн энергетиктарға барып етмәүе лә йәмғиәт намыҫында, ти энергия менән тәьмин итеүсе компания вәкиле. „Протезник„ баҡсасылар йәмғиәте түләнгән аҡса ваҡытында күсерелеп бара, тип ышандыра. Былтырғы көҙҙән ҡалған бурыстар икенсе мәсьәлә. Йорт хужалары тотонолған энергия өсөн счетчик күрһәтмәһе буйынса түгел, үҙ белдеге менән түләй, тип иҫәпләйҙәр йәмғиәт етәкселегендә.Ошондай күңелһеҙ хәл ҡабатланмаһын өсөн энергия ойошмаһы мәсьәләне хәл итеү йәһәтенән бер нисә ысул тәҡдим итә. Иң ҡулайы – баҡсасылар йәмғиәте менән эшләүҙән баш тартып, һәр йорт хужаһы менән айырым килешеү төҙөү. Шул осраҡта хеҙмәттәр өсөн ваҡытында иҫәпләшеүселәр башҡалар бурысы арҡаһында яфа сикмәҫ ине.