Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Космосты өйрәнеү тарихындағы мөһим ваҡиғаға бер йыл тулды. 13-сө ноябрь Филы модуле Розетта станцияһынан айырылып кометаға ултырҙы. Техник яҡтан был бик ауыр. Шуға ла Чурюмов-Герасименко кометаһына ултырыу ҙур ҡыһыҡһыныу уятты. Ғалимдар унда этанол, ябай углеводородтар, кислород молекулалары барлығын асыҡланы.

Гректар илдең ике эре профсоюзы саҡырыуы буйынса забастовка иғлан итте. Афинда ғына ҡаршылыҡ акцияһында 30 мең кеше ҡатнашҡан. Греция халҡы илдәге социаль реформалар менән риза түгел.

Ғыйраҡтың төнъяғындағы Синджар ҡалаһында Ислам дәүләте һуғышсыларына ҡаршы киң күләмле операция башланды. Унда 7 мең кеше, халыҡ-ара коалицияның хәрби һауа көстәре ҡатнаша.