Торатау һәм Йөрәктау шихандарынан тәбиғәт ҡомартҡыһы статусы алынмаясаҡ

Тулыраҡ: Торатау һәм Йөрәктау шихандарынан тәбиғәт ҡомартҡыһы статусы алынмаясаҡ

Башҡортостан етәксеһе Рөстәм Хәмитов халыҡ фекеренә таянып Торатау һәм Йөрәктау шихандарынан тәбиғәт ҡомартҡыһы статусын алмаҫҡа ҡарар итте. Был турала республика етәксеһе Өфөлә үткән медиафорумда белдерҙе. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Рөстәм Хәмитов 2013-сө йылда уҡ мин республикаға етәкселек иткән ваҡытта Торатауҙы бер кем дә эшкәртмәйәсәк, тип белдергәйне. Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры ла кисә «Сода» кеүек ҡеүәтле предприятие сеймал өсөн альтернатив варианттарҙы эҙләргә тейеш тип белдергәйне.