Мысырҙа турист компаниялары ҙур юғалтыуҙар кисерә

Тулыраҡ: Мысырҙа турист компаниялары ҙур юғалтыуҙар кисерә

Илдең туризм буйынса министры әйтеүенсә, Рәсәйҙең авиабәйләнеште туҡтатыуы туристар ағымын ҡырҡа кәметкән. Шул сәбәпле ҡаҙна бер-нисә миллион доллар алып еткермәгән. Хәҙер иһә быға тиклем Мысырҙа ял иткән 2 миллион 500 мең кеше башҡа илдәрҙе һайлай. Рәсәй етәкселегенең Ҡыҙыл диңгеҙ ярына осоштарҙы тыйыуы эске туризмды үҫтерергә лә ярҙам итәсәк. Күптәрҙең йылы яҡтарҙа ял итеү тураһындағы хыялдары бойомға ашманы. Өфөләге бәләкәй турфирмалар ябылып бөттө тиерлек. Юлламалар бер-нисә тапҡырға ҡиммәтләнде Мәҫәлән, ике кешегә Вьетнамға осоу элек 60 мең һум ине, хәҙер 120 меңдән алып 160 мең һумға тиклем барып етә. Мысырҙа самолет шартлау сәбәпле, Владимир Путин был илгә осоуҙы тыйғайны. Туристарҙы Башҡортостанға алып ҡайтыу башланды. Эльвира Куринова бер ай элек Мысырға 14 кешегә юлламаға аҡса түләгән. Хәҙер иһә ул аптырашта ҡалған, Мысырҙы ҡайһы илгә алмаштырырға? Тик аҡсаны ҡайтарыу бик ауыр. Суд аша ла аҡсаның бик аҙ өлөшөн генә алырға мөмкин. Туристик операторҙар шуға ла граждандарға сәфәр йүнәлешен алдан уҡ хәстәрләргә кәһәш итә. Кәнәҙәт булмаусылар ҙа бар. Был хәлдең беҙҙең ил өсөн ҡулай яҡтары ла бар. Тау туризмы, ҡаланан ситтә урынлашҡан ял итеү урындарына көндән –көн ихтыяж күбәйә, ти эксперттар. Илдә ғаилә менән ял итеү урындарын ойоштороу ҙа әүҙем бара. Сит илдән бер ере менән дә беҙҙең ял итеү урындары кәм түгел. Киләсәктә илдәге туриндустрияны үҫтереүгә ярҙам күрәһтеләсәк. Президент ҡарары буйынса турфирмаларға ярҙам итеү өсөн махсус дәүләт программаһы төҙөләсәк һәм махсус фонд булдырыласаҡ.