Өфөләге туй салондарының береһе күлдәктәр урынына битлектәр тегә башлаған. Был аҙымға улар сараһыҙлыҡтан тотонған. Туй күлдәктәренә һәм сәхнә костюмдарына заказдар булмағас, бизнес зыян күрә башлаған. Туйҙар башлыса йәй булһа ла, күлдәктәргә заказдар алдан, яҙ айҙарында уҡ килә башлай ине, ти был салон хеҙмәткәрҙәре.
Күп егет-ҡыҙҙарҙың быйылға туйҙарын күсереп торасаҡтары март айында уҡ билдәле булған. Шуға етештереү цехы йүнәлешен үҙгәртергә ҡарар итә. Битлектәр тегеү идеяһы көтмәгәндә килде, ти Анастасия Ғиниәтуллина. Пандемия башланыу менән уларҙың эше лә зыян күргән.
Тәүге осорҙа ҡаушап ҡалһалар ҙа, тегеү цехы барлығы уларҙы килеп тыған ҡатмарлы хәлдән ҡотҡара. Аҙаҡ дәртләнеп китеп, салонда һатыуға ғына түгел, бушлай таратыу өсөн дә битлектәр тегә башлайҙар. Туҡымалар складтары, һуңынан республиканың ҡатын-ҡыҙ эшҡыуарҙар ассоцияцияһы ла уға ярҙамға килә.
Һәр битлекте рәсми талаптарға ярашлы тегәләр: өс ҡат туҡыма, шулай уҡ, эсендә фильтр урынлаштырыла. Ассортимент бай: өлкәндәргә, балаларға, төрлө моделле һәм төрлө төҫлөнө һайларға мөмкин. Тик мотлаҡ кизе-мамыҡ туҡыма булырға тейеш.
Төп һаҡланыу сараһы булараҡ әлеге осорҙа битлектәр образдың айырылғыһыҙ, мәжбүри аксессуарына әйләнде. Үҙ теләктәре менән битлектәр тегеп, бушлай таратыусылар барлығы ла ҡыуандыра.