Короновирусҡа бәйле, әле күп кенә ойошмаларҙы финанс мәсьәләләре борсой. Шуға ла Рәсәй хөкүмәте һәм төбәк властары эшҡыуарҙарға ярҙам итеү сараларын күрә. Был кафе пандемия булмаҫ элек халыҡ араһында ҙур популярлыҡ яулаған. Әле иһә, ҡағиҙә буйынса, өҫтәлдә бер йә ике генә кеше ултыра ала.
Кафе хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, халыҡ хәҙер теләгән ризыҡтарға өйҙәрендә ултырып заказ эшләй. Пандемия башланғас та, ойошма ябылмаҫ өсөн һәр бер тинде шутларға тура килә, ти кафе хужаһы. Әле коронавирусҡа бәйле, кесе һәм урта эшҡыуарҙарға һалым түләү кисектерелде.
Бындай ысул бизнесты һаҡлап ҡалыу өсөн ҙур ярҙам, тип һанай ул. Ресторандар селтәре хужаһы Алексей Зәйнуллин хәҙер 15 процент урынына өс процент һалым түләй. Һалым хеҙмәтенән белдереүҙәренсә, пандемия ваҡытында бигерәк тә туҡланыу, спорт, туризм, ҡунаҡхана ойошмалары зыян күргән.
Уның килеме кәмеү һәм башҡа шарттар иҫәпкә алына. Башҡортостан башлығы ҡарарына ярашлы изоляция ваҡытында эшмәкәрлегенә зыян килгән ҡайһы бер өлкә эшҡыуарҙарына һалым түләүҙә льготалар индерелә, йә ваҡыты кисектерелә. Төбәктә әле 9 мең ойошма һәм 30 мең шәхси эшҡыуар дәүләттән ошондай ярҙам алыуға хоҡуҡлы.
Ниндәй ярҙам алырға мөмкин икәнлеген һәм килеп сыҡҡан һорауҙарҙы налог.ру сайтында табырға мөмкин.Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығы ишектәре ябыҡ, әммә ведомство ғәҙәти режимда эшләй. Һалым түләү буйынса һорауҙарҙы бокста ҡалдырырға мөмкин.
Хеҙмәткәрҙәр уны сәғәт һайын тикшереп тора һәм яуапты хат менән йә электрон почтаға ебәрә. Бынан тыш, мәктәпкәсә белем биреү шәхси учреждениелар ҙа киҫкен хәлдә. Хужаларға ҡуртымға алынған урын һәм хеҙмәткәрҙәргә аҡса түләргә кәрәк. Шулай ҙа муниципалитет балалар баҡсаһына пандемия ваҡытында урын өсөн ярты йылға аҡса түләүҙән азат иткән.
Кесе һәм урта эшҡыуарҙарға, төрлө ойошмаларға дәүләттән ярҙам күрһәтеләсәк. Республикала иҡтисадты тергеҙеүгә 30 миллиард һум аҡса йүнәлтелгән.