Республикала 6,5% менән ташламалы ставка буйынса ипотека кредиттары бирелә башланы. Был программаны Рәсәй президенты Владимир Путин раҫлағайны. Рәсәй Федерацияһының теләгән һәр гражданына кәметелгән процент менән беренсе торлаҡ алыу мөмкинселеге бар.
Күп балалы Богдановтар ғаиләһе өйләнешкәндән алып ҡуртымдағы фатирҙа йәшәгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, оҙаҡ йылдар дауамында торлаҡ алыу мөмкинселеге юҡ ине, ти Юлиә һәм Игорь. Тик быйыл ғына, ниһайәт, уларҙың күптәнге хыялы тормошҡа ашты.
6,5% менән льготалы ипотека программаһын Владимир Путин апрель уртаһында тәҡдим иткәйне. Был программаны Рәсәй президенты хөкүмәткә 1 майға тиклем раҫларға ҡушҡайны. Әле Башҡортостанда ташламалы ипотека программаһында алты финанс ойошмаһы ҡатнашырға теләк белдергән.
Яңы йорттан фатир алыу өсөн ташламалы ипотеканы быйыл 1 ноябргә тиклем юлларға мөмкин. Тәүге торлаҡты һатып алыу өсөн төбәктә өс миллион, ә Мәскәү, Санкт-Петербург, шулай уҡ Мәскәү һәм Ленинград өлкәләрендә 8 миллион һумға тиклем ипотека кредиты бирелә.
Был программала Рәсәйҙең ниндәй ҙә булһа гражданы ҡатнаша ала. Кредит егерме йылға раҫланған, кәметелгән процент ипотека дауамында ғәмәлдә ҡала. Әле төҙөүсе компаниялар иһә торлаҡ һатып алыу ихтыяжының 20 процентҡа артыуын билдәләй.
Льготалы ипотека программаһы иҡтисадҡа ярҙам итер тигән өмөттә эшләй. Дәүләт хеҙмәте менән офисҡа бармайынса, электрон форматта ла ҡулланырға мөмкин. Банктар ҙа онлайн рәүештә килешеүҙе рәсмилләштерә ала. Ташламалы ипотека буйынса документтарҙы быйыл беренсе ноябргә тиклем юлларға кәрәк.