Башҡортостанға Рәсәй геройы, генерал М. Шайморатовтың “Алтын йондоҙо” килтерелә

Тулыраҡ: Башҡортостанға Рәсәй геройы, генерал М. Шайморатовтың “Алтын йондоҙо” килтерелә

Башҡортостанда 9-сы майға арналған киң күләм саралар уҙғарылмаһа ла, Еңеү көнөндә Бөйөк Ватан һуғышы һәм унда ҡатнашҡан һалдаттарға арналған обелисктарға һәм һәйкәлдәргә сәскәләр һалынырға тейеш. Тик был тантаналарҙа ҡатнашыусылар һанын мөмкин тиклем кәметергә кәрәк. Был турала республика етәксеһе Радий Хәбиров белдерҙе. Башҡортостан башлығы шулай уҡ, 9-сы майҙа Өфөгә Рәсәй геройы Миңлеғәли Шайморатовтың “Алтын йондоҙо” килтереләсәк.