Республика халҡына йәнә 100 мең медицина битлеге бушлай таратыласаҡ. Радий Хәбиров башҡарма власть органдары алдында ошондай бурыс ҡуйҙы. Әгәр ҙә граждандар һаҡлыҡ сараларын тейешенсә ҡулланмай икән, уларҙы яуапҡа тарттырасаҡтар. Башҡортостанда иһә вирусты йоҡтороусылар һаны кәмемәй. Уларҙың һанының тағы ла артыуы бар. Республикаға Саха-Якутиянан 1 мең 800 вахтасы ҡайтарыла.






