Ошо туралағы ҡарарҙы урындағы хакимиәт ҡабул итте. Сибай баҙары пандемия таралған мәлдә танылыу алғайны. Тап ошо сауҙа комплексында, Силәбе өлкәһенән килеп ит һатҡан ирҙә коронавирус табылды. Ҙур ғауға тыуҙырған был хәл Башҡортостан етәкселегенең шәхсән күҙәтеүенә алынды. Хәҙер баҙарға килеп сауҙа итеүселәр махсус кейемдә булырға тейеш. Әлегә комплекста шәхси хужалыҡтарға ит-май, бал-шәкәр һатыу сикләнгән.