Пандемия сәбәпле, быйыл гәзит-журналдарға яҙылыу шарттары үҙгәрҙе. 30 апрель тамамланған кампания республика гәзиттәре өсөн һынау мәле булды. Сираттағы ошондай махсус акция яҡын арала башлана. Ташламалы яҙылыу “Шоңҡар” баҫмаһы өсөн нисек уҙған? Ошо турала баҫманың яуаплы сәркәтибе Гөлнара Мостафина һөйләй.