Был турала баш ҡала хакимиәтенән хәбәр итәләр. Һауа температураһының бер-нисә көн дауамында плюс билдәһенә сығыуы сәбәпле, Өфөлә торлаҡ йорттарға йылы биреү тулыһынса туҡтатыла. Бынан тыш, ҡалалағы ойошмалар, учреждение һәм биналар йылытыу селтәренән алына. Хәҙер иһә торбаларҙы ремонтлау башлана. Әйткәндәй, алдағы көндәрҙә Башҡортостанда һауа температураһы 25 градусҡа тиклем күтәрелә.