Башҡортостанда көндәрҙең ныҡлап йылытыуы сәбәпле, тауҙарҙа ҡар ирей. Был күренеш йылғаларҙың ташыуына алып килә. Ишембайҙа техниканың ташҡынға әҙерлеген тикшереү ошолай үтә. 42-се янғын һүндереү һәм ҡотҡарыу часендә янғын һүндереү өсөн 2 машина, аҙыҡ-түлек ташырға ҡар һәм һаҙлыҡта йөрөгөс, ишкәкле кәмә бар. Урындағы ҡотҡарыусылар һыу баҫыу хәүефе янаған биләмәләрҙе даими күҙәтә. Мәҫәлән, Иҫке Ишембай тип йөрөтөлгән биҫтәгә айырым иғтибар. Әгәр ҙә Ағиҙел кимәле йәнә лә 2 метрға күтәрелһә, шәхси хужалыҡтар һыу аҫтында ҡаласаҡ. Бындай хәл 90-сы йылдарҙа булғайны инде, ти Юрий Федоров. Ишембай районына әлегә ҙур һыу яҡынламай.