Өфө реконструкторҙары Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы мотоциклдарҙы тергеҙә

Тулыраҡ: Өфө реконструкторҙары Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы мотоциклдарҙы тергеҙә

Был мотоциклдарҙы хәрби-тарихи клуб вәкилдәре беҙҙең ижади төркөм өсөн махсус күрһәтә. 190-сы Очаков пехота полкы берлеге мототехникаларҙы тергеҙеү менән хәҙер 12 йыл дауамында шөғөлләнә. Өфө реконструкторҙары легендар М-72 техникаһын сафҡа индергән. “Бронетехника” маркалы ошондай мотоцклдар 8 мең ярым берәмек сығарыла. Тыныс ваҡытта иһә уларҙың барыһы ла махсус иҫәпкә ҡуйыла. Реконструкторҙар шулай уҡ Р-71 маркалы мотоциклды ла тергеҙгән. Был машиналарҙың барыһы ла 9-сы майға арналған хәрби парадта ҡатнашырға тейеш була. Әммә, пандемия сәбәпле, был сара билдәһеҙ ваҡытҡа күсерелде. Шулай ҙа, хәрби клуб ағзалары төшөнкөлөккә бирелмәй. Реконструкторҙар һүҙҙәренә ҡарағанда, бөгөнгә өс М-72 мотоциклынан тик бер генә техниканы йыя алғандар. Тиҙҙән иһә гаражда иҫке машиналарҙың яңыртылған өлгөләре лә буласаҡ.