Федераль министрлыҡ вәкилдәре ошо хаҡта “Ҙур тәнәфес” телеграмм каналында яҙып сыҡты. Ведомство 9-сы һәм 11-се синыфтарҙа дәрестәр июндең бишенә тиклем барасаҡ, тип билдәләгән. Ә унынсыны тамамлаусылар майҙың утыҙына тиклем шөғөлләнә. Туғыҙынсы синыф уҡыусылары өсөн дәүләт һынауҙары улар белем алған мәктәптәрҙә буласаҡ. Был үҙгәрештәр Берҙәм Дәүләт Имтихандарын тапшырыусыларға ҡағылмай. Туғыҙынсы синыфтар өсөн һынауҙар июндең беренән 31-се июлгә тиклем бара. тағы ла шуныһы, быйыл балалар һайлап алыған предмет буйынса имтихан бирмәй.