Торлаҡ-коммуналь хужалығы хеҙмәттәренә түләүселәр һаны кәмегән

Тулыраҡ: Торлаҡ-коммуналь хужалығы хеҙмәттәренә түләүселәр һаны кәмегән

Башҡортостанда торлаҡ-коммуналь хужалығы хеҙмәттәрен түләүҙәр 95 проценттан 80 процентҡан тиклем аҙайған һәм артабан да түләүселәр һаны кәмер, тип көтөлә.

Көрсөк эҙемтәләрен еңеләйтеү йәһәтенән дәүләт торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә төрлө саралар күрә. Субсидиялар автоматик рәүештә оҙайтыла. 2021 йылдың 1 ғинуарына тиклем коммуналь хеҙмәттәр, капиталь ремонт өсөн пеня һәм штрафтар кисектерелеп тора. Шулай уҡ бурысы йыйылғандар өсөн коммуналь хеҙмәттәр күрһәтеүҙе туҡтатыу тыйыла һәм счетчиктар 1-се ғинуарға тиклем тикшерелмәйсәк.