Үҙизоляция ваҡытында мохтаждарға ярҙам итеү акцияһы дауам итә. Битлектәр тегелә, аҙыҡ-түлек таратыла. Был изге эшкә көндән-көн күберәк кеше ҡушыла.
Махсус костюмды бесеү – теүәллек талап итә. Тегеү өҫтәле артында оҫталар түгел, ә сүс-оптик техниктары булғанға күрә яуаплылыҡ икеләтә арта. Пандемия башланыу менән эштәрҙе туҡтатырға тура килгәс, улар һаҡланыу костюмдарын тегеүгә күсә.
Махсус костюм өсөн туҡыма беселгәндән һуң, тегеүселәргә ебәрәлә. Күрше бинала битлектәр әҙерләнә. Компанияла шулай уҡ пластик экрандар ҙа етештерә башлағандар, ул кешене тулыһынса һаҡлай ала, ти белгестәр. Тап бына ошондай костюмда сервис инженерҙары абоненттар янына бара.
Үҙҙәренең хеҙмәткәрҙәрен һаҡлау костюмдары менән тәъмин иткәс, башҡаларға ла пластик экрандар эшләргә ҡарар итәләр компанияла. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы менән килешеүҙән һуң, Уфанет табиптар өсөн дә 5 мең ВИЗОР эшләргә вәғәҙәләй.
Эшҡыуарҙар пандемия арҡаһында үҙҙәре ауыр хәлдә ҡалыуҙарына ҡарамаҫтан, мохтаждарға ярҙам итеү юлын таба.
Үҙизоляцияға күсеү менән тауар әйләнеше кәмене, шулай ҙа бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай мохтаждарға ярҙам итергә кәрәк, ти „Пышка„ кулинария селтәре етәксеһе.
Үҙизоляцияның икенсе айы дауам итеүгә ҡарамаҫтан, ирекмәндәр һаны кәмемәй. Пандемия кешелеклек сифатын тикшереү өсөн бер һынау булды, ти улар.