Уҡыусыларға планшеттар

Тулыраҡ: Уҡыусыларға планшеттар

Аҙ тәъмин ителгән ғаиләләрҙән 11-се класс уҡыусылары дистанцион уҡыу өсөн техника менән тәъмин ителә.

Берҙәм Рәсәй партияһының төбәк йәмәғәт бүлексәһендә Башҡортостан уҡыусыларына 500 планшет тапшырылды. Уҡыу өсөн планшеттар “Өйҙә уҡырға ярҙам ит” федераль программаһына ярашлы һатып алынған. Был юлы Рәсәйҙең юристар берлеге ярҙам итә. Быға тиклем 200 ғаиләгә депутаттар, эшҡыуарҙар гаджеттар тапшырғайны.