Башҡортостанда балаларҙың йәйге лагерҙары 13 июлдән эшләй башлай. Ҡала ситендәге лагерҙарҙа 21 көнлөк ике смена йә иһә 14 көнлөк өс смена ойошторола.
Коронавирус таралыуына юл ҡуймау өсөн сикләү саралары индерелеүенә бәйле, балалар ялы өсөн яуаплы ойошмаларҙың эшмәкәрлеге һәм уларҙа йәйге миҙгелгә әҙерлек 28 марттан 1 июнгә тиклем ваҡытлыса туҡтатылғайны. Һауыҡтырыу ойошмаларына юлламалар ҙа һатылмай. Йәйге ял буйынса әҙерлек сараларын 12 майҙан, изоляция режимы тамамланғандан һуң башлау күҙаллана. Ата-әсәләрҙең балалар лагерҙарына һатып алған юлламаларҙы кире ҡайтарыу йәки икенсе сменаны һайлау мөмкинлеге бар.