Торлаҡ йорттарҙа алкоголь һатылмаясаҡ

Тулыраҡ: Торлаҡ йорттарҙа алкоголь һатылмаясаҡ

Рәсәйҙә торлаҡ йорттарҙа алкоголь һатыуҙы тыйыу тураһындағы закон ғәмәлгә инде.

5-се майҙан торлаҡ йорттарҙың беренсе ҡаттарында урынлашҡан бәләкәй кафе һәм барҙарҙа алкоголь һатылмаясаҡ. Владимир Путин ҡул ҡуйған документҡа ярашлы, спиртлы эсемлектәрҙе 20 кв метрҙан да кәм булған кибеттәрҙә һатыу тыйыла. Шулай уҡ төбәк хөкүмәттәренә өҫтәмә сикләүҙәр ҡуйырға мөмкинселек бирелә.