Өфө халҡының күбеһе май байрамдарында үҙизоляция режимын боҙоп ҡала урмандары, йылға ярҙарына ял итергә сыҡҡан. Тыйылған урындарҙа усаҡ яғыусылар ҙа юҡ түгел. Халыҡ ҡағиҙә боҙоуын нисек аңлата? Теманы беҙҙең хәбәрсебеҙ дауам итә.
Йәмәғәт хәүефһеҙлеге үҙәге хеҙмәткәрҙәре халыҡтың тыйылған урындарҙа ял итеүенә хәҙер, күрәһең, күнегеп бөткән. Билдәле булыуынса, тап йылға ярында кеше күпләп йыйыла. Үҙизоляция режимын боҙоусылар һаны артҡандан-арта, ти улар.Урманға саф һауа һуларға сығыусыларҙан тыш, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәмер эсеүселәр ҙә бихисап.
Ошо уҡ урында һыра шешәләре, усаҡ күмерҙәре, көнкүреш сүп-сарҙарының ятыуы май байрамдарында ҙур компанияның күңел асыуын иҫбатлай. Әле республикала үҙизоляция режимы булыуға ҡарамаҫтан, күптәр санитар һәм эпидемиологик талаптарына иғтибар итмәй. Беренсе май көнө генә Ағиҙел яры буйында инспекторҙар алты протокол төҙөгән.
Ә үҙизоляция режимын боҙоусылар иһә саф һауала өйҙә ултырғы килмәй, тип кенә аҡлана.
Шулай ҙа йәмәғәт урындарында халыҡтың битлектә йөрөүе ҡыуандыра. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, республика башлығы 4 майҙан алып Башҡортостанда битлек режимын индергәйне. Әйткәндәй, Бөйөк Еңеү көнө уңайынан ял көндәрендә лә Өфө ял итеү урындары, урам буйҙарында йәмәғәт хәүефһеҙлеге үҙәге хеҙмәткәрҙәре әүҙем эшләйәсәк.