Өфөлә Беренсе Май урамында йәйәүле машина аҫтында ҡалды

Тулыраҡ: Өфөлә Беренсе Май урамында йәйәүле машина аҫтында ҡалды

Тиҙлектә килеүсе машиналарҙың береһе иргә бәрелә, ул һауала әйләнеп асфальтҡа барып төшә. Йәйәүленең ниндәй йәрәхәттәр алыуы, шулай уҡ светофорҙың ниндәй төҫөнә сығып барыуы тураһында хәбәр ителмәй. Әммә шаһиттар әйтеүенсә, Беренсе Май урамының тап ошо өлөшөндә быға оҡшаш авариялар йыш теркәлә.