Ноябрҙең һәр өсөнсө йәкшәмбеһендә Юл-транспорт фажиғәләре ҡорбандарын иҫкә алалар. Хәтер көнө юлда һәләк булыусыларҙың йылдан-йыл артыуына иғтибарҙы йүнәлтә һәм уйландырырға мәжбүр итә. Ошо айҡанллы кисә Конгресс-холл алдындағы майҙанда флешмоб үтте. Унда ҡатнашыусылар “501” цифраһын яҙып теҙелде. Тап 501 кеше быйыл республика юлдарында һәләк булған. Донъяла тәүлегенә өс меңгә яҡын кешенең юлда ғүмере өҙөлә, 100 меңгә яҡын кеше төрлө йәрәхәттәр ала. Халыҡтың ғүмерен ҡыйған фажиғәләрҙең сәбәбе нимәлә? Йыл башынан юл-транспорт фажиғәләре 9,3%-ҡа кәмеп, 151 мең тәшкил итә. Кәмеһә лә, был бик ҙур һан. Германиялағы хәл менән сағыштырып ҡарау ҙа етә. Унда - 5 мең тирәһе. Ә бит был илдә юғары тиҙлекле юлдар селтәре өҫтөнлөк итә. Тимәк, сәбәп тиҙлекте арттырыуҙа ғына түгел. Автомобилдәрҙең һаны үҫеүе тиһәк, Германияла “тимер аттар” байтаҡҡа күберәк. Беҙҙә 35 млн еңел автомобиль теркәлһә, был илдә – 43 млн. Шуға ҡарамаҫтан, унда юл фажиғәһе ҡорбандары беҙҙән ун тапҡырға әҙерәк. – йылына 3-4 мең кешенең ғүмере өҙөлә. Ә Рәсәйҙә йылына 30 меңгә яҡын кеше юлда һәләк була. Ошо ҡәҙәре айырманың сәбәбе ниҙә һуң? Рәсәйҙә бәләгә ҡалғандарға йыш ҡына тәүге ярҙам үтә һуңлап килә. Беҙ был йәһәттән Европа илдәренән байтаҡҡа ҡалышабыҙ: унда юл-транспорт ваҡиғаһына эләккәндәр өсөн айырым "тиҙ ярҙам" хеҙмәте эшләй. Статистика мәғлүмәттәренә ярашлы, ауыр йәрәхәтләнгәндәрҙең 80 проценты, нигеҙҙә, күп ҡан юғалтыуҙан авариянан һуң өс сәғәт дауамында йән бирә. Шуға ла Германия кеүек илдәрҙә авария урынына иң тәүҙә беренсе ярҙам күрһәтеү өсөн ашыға.Бәлки ундағы юлдар беҙҙекенән күпкә сифатлыраҡтыр? Ысынлап та, беҙҙең илдә фажиғәләрҙең төп сәбәптәре иҫәбенә юлдарҙың сифатһыҙ булыуы ла инә. Үткән айҙа Рәсәй халыҡ фронты инспекторҙары тикшереү барышында беҙҙең башҡалала талаптарға яуап биргән бер генә урын да тапманыҡ, тип белдерҙе. Уйланырға урын бар.Йыл һайын юл ҡағиҙәләрен һанға һуҡмаусылар ҙа арта. Быйыл ғына Юл-хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре тарафынан республика юлдарында 2 млн-дан ашыу административ хоҡуҡ боҙоу осрағы теркәлгән.Әлбиттә, руль артында төрлө кешеләр ултыра. Уларҙың әҙерлек кимәле лә төрлөсә. Әммә шуны иҫтә тотоу кәрәк — тәртип, тәү сиратта, үҙеңдән башлана. Водителме һеҙ, йәйәүлеме — һәр кем юл ҡағиҙәләрен теүәл үтәһә, автоһәләкәттәр һанын күпкә еңеләйтергә мөмкин булыр ине.
Республика юлдарында быйыл 501 кеше һәләк булған
Тулыраҡ: Республика юлдарында быйыл 501 кеше һәләк булған