Ул Йәшел сауҡалыҡ биҫтәһендә урынлашҡан. Шулай итеп, республикабыҙ башҡалаһында яңы йылға етди әҙерлек башланды. Яңы йылға ай ярым ваҡыт ҡалһа ла, байрам сараларына әҙерлек әүҙемләшә. Өфө урамдарында тәүге ҡупшыҡайҙар ҡуйыла башланы. Яңы йыл символын урынлаштырыу төнгө ваҡытта башҡарыла. Әле авария бригадалары конструкцияны нығытыу менән шөғөлләнә. Хәүефһеҙлек маҡсатында уны ергә 1 метр ярымға ҡатылған таҡмаларға 4 яҡтан тарттырып ҡуялар.Быйыл Башҡортостанда Яңы йыл үҙенсәлекле сараларға бай булмаҡсы. Туроператорҙар туристик маршруттар әҙерләй. Ҡыш бабай рензиденцияһы Торатау янында урынлашасаҡ. Өфөнөң юғары уҡыу йорттары иһә райондарҙан һәм күрше төбәктәрҙән килгән абитуриенттар өсөн Асыҡ ишектәр көнөн ойоштора. Сығарылыш синыф уҡыусылары каникулдарын файҙалы үткәрә аласаҡ.
Бөгөн Өфөлә тәүге шыршы ҡуйылды
Тулыраҡ: Бөгөн Өфөлә тәүге шыршы ҡуйылды